Онотмаһындар өсөн!

Нуриман районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда шөғөлләнеүсе балалар "Онотмаһындар өсөн" тип аталған хәйриә спектакле менән район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә сығыш яһаған.

Онотмаһындар өсөн!Онотмаһындар өсөн!
Онотмаһындар өсөн!

Театрлаштырылған тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырмаған, һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингән, тәрән хис-тойғолар уятҡан.

Балаларҙың сығышын күҙ йәштәрен йәшермәй ҡараған тамашасылар спектакль тамамланғас та, уларҙы тәбрикләп оҙаҡ алҡышлай.

Быуындарҙың берҙәмлеген сағылдырған спектакль ата-бабаларҙың батырлығы алдында баш эйеп, уларға оло рәхмәт белдереү, Ватан өсөн ғүмерен биргәндәрҙең хәтерен һаҡларға, бөгөн ил һағында торғандарға ярҙам итергә саҡырыу ҙа була.

Бөтә йыйылған аҡса махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙарға ярҙамға йүнәлтеләсәк.

Фото: https://vk.ru/nurimanrb

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас