Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

9 майҙа Еңеү парадында ҡатнашҡан яугирҙар ҡабаттан алғы һыҙыҡҡа юлланды. Уларҙы Өфөлә оҙатып ҡалдылар.

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Был турала баш ҡаланың Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғотдинов социал селтәрҙә яҙған.

«Башкортостан» полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған. Улар Өфөлә Еңеү парадында сафҡа теҙелеп үткән.

"Алда - егеттәрҙең мөһим хәрби бурыстары. Улар яу яланында күп тапҡыр батырлыҡ күрһәтте лә инде. Ғорурланабыҙ! Рәхмәт уларға!" тип яҙған район башлығы.

Иҫән-һау булып, еңеү менән ҡайтырға яҙһын Аллаһ!

Фото: Айдар Базгудинов, вк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас