Баймаҡтан яугирҙарға гуманитар ярҙам тапшырылған

Был турала социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов хәбәр итә.

Баймаҡтан яугирҙарға гуманитар ярҙам тапшырылғанБаймаҡтан яугирҙарға гуманитар ярҙам тапшырылған
Баймаҡтан яугирҙарға гуманитар ярҙам тапшырылған

Ул бынан бер аҙна самаһы элек яугирҙарыбыҙ менән осрашып ҡайтҡан. 

"Бәйләнештә" Азамат Сәфәрғәли улы бына нимә яҙған:

"Яугирҙәр менән шәхсән аралашҡандан һуң тылдың ярҙамы ни тиклем ҙур икәненә тағы берҙе инанаһың. Ауыр көнкүреш шарттары булыуға ҡарамаҫтан егеттәрҙең күңеле күтәренке, рухы ныҡ. Улар барығыҙға ла күңел йылыһы һалып әҙерләнгән посылкалар өсөн ҙур рәхмәт әйтеп ҡалды. Тыуған ерҙән килгән ярҙам яугирҙәребеҙ өсөн оло терәк.

Беҙ егеттәребеҙҙең ҡыйыулығы, ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ. Иң мөһиме-үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Беҙ артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, бөтә район һеҙҙең өсөн доға ҡыла. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән икәнен онотмағыҙ.
Районыбыҙҙың һәр кешеһенә ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм.

Айырым рәхмәт һүҙҙәре «Хәрби туғанлыҡ” егеттәренә, “Беҙ бергә” һәм “Һаҡлаусы Фәрештә” ирекмәндәренә. Һеҙ был мөһим эштең иң ҡатмарлыһын үҙ өҫтөнә алаһығыҙ, халыҡты берләштерәһегеҙ. Һеҙ Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерәһегеҙ. Берҙәмлектә-беҙҙең көс!"

Яугирҙарға - иҫәнлек, көткәндәргә - сабырлыҡ! Тиҙҙән осрашыу шатлығы насип итһен Аллаһ!

Фото: Азамат Идрисов, вк

Баймаҡтан яугирҙарға гуманитар ярҙам тапшырылған
Баймаҡтан яугирҙарға гуманитар ярҙам тапшырылған
Баймаҡтан яугирҙарға гуманитар ярҙам тапшырылған
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас