Яуҙаштарын ҡотҡарған

Башҡортостан егеттәре махсус хәрби операция биләмәһендә нацистарға ҡаршы ҡаһармандарса көрәшә. Яугирҙарыбыҙ алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй, бер-береһенә терәк-таяныс булып хеҙмәт итә. Шундайҙарҙың береһе - Илгизәр Ғимазетдинов.

Яуҙаштарын ҡотҡарғанЯуҙаштарын ҡотҡарған
Яуҙаштарын ҡотҡарған

М. Шайморатов исемендәге башҡорт батальонының разведка ротаһы старшинаһы, үҙе контузия алыуға ҡарамаҫтан, яуҙаштарының ғүмерен ҡотҡарған, тип хәбәр итәләр батальондан.

Разведчиктар блиндажда булғанда, ВСУ артиллерияһы уларға ҡаршы ут аса. Илгизәр контузия алһа ла, йәшеренеп ятҡан ерҙәре яна башлаһа ла, юғалып ҡалмай - егеттәрҙе хәүефһеҙ ергә сығарыуға өлгәшә.

Яугир фронтта - 2022 йылдан. Батырлыҡтары өсөн Суворов, "Һәләк булып барғандарҙы ҡотҡарғаны өсөн", "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн", "МХО-ла ҡатнашыусы" һәм генерал Шайморатов миҙалдарына лайыҡ булған.

Шулай итеп, беҙҙең ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ яуҙа бер-береһен ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерен дә уйламай. Иҫән-һау ҡайтһын яугирҙар!

Фото: Башкирский батальон, вк, скриншот.

 

Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас