

Саҡмағоштар Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙары менән Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә мәсет һәм часовня янында йәш үҫенте ултыртҡан. Ул ҡайын үҫентеләре, әлбиттә, беҙҙең башҡорт еренән алынған.
Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан барыһына ла рәхмәт белдергән.
"Яугирҙарыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙең ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлайбыҙ. Тыуған ерҙәренән ярҙам улар өсөн әйбер килтереү генә түгел, ә өйҙәре, ғаиләләре менән бәйләнеш кеүек тә ул. Егеттәр ҡыйыу, көслө. Иң мөһиме - үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ", - тип яҙған Реканс Ямалиев.
Һеҙҙең өсөн доға ҡылабыҙ, яугирҙар! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Фото: Реканс Ямалеев, вк