

«Башҡортостан геройҙары» программаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн булдырылды, уның башланғысында республика Башлығы Радий Хәбиров тора.
Тәүге уҡыу модуле йәйен "Патриот" хәрби-патриотик паркында башланғайны. Унда финалсыларға остаздар беркетелде.
Икенсе модуль иҡтисад һәм финастарға арналды. Финалсыларҙың стажировкаһы башланды.
Өсөнсө модулдә ҡатнашыусылар төбәк һәм муниципаль идара, социаль һәм йәштәр сәйәсте буйынса белем алды.
Был һуңғы модулдең төп темаһы - идара итеүҙә заманса технологиялар һәм яһалма зиһен.
Фото: Город Уфа, вк