

Улар төрлө төбәктәрҙән йыйылған коллегалары менән бер рәттән улар тыуған илгә тоғролоғон алғы һыҙыҡта иҫбатлаған кешеләрҙе бергә туплаған ҙур сараның бер өлөшө булды. 108 ҡатнашыусы араһында биш - Рәсәй Геройы (шул иҫәптән яҡташыбыҙ Денис Чернавин), 78 - "Ҡаһарманлыҡ" ордены, 41 «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры бар ине.
Форум барышында уҡыуҙар, семенарҙар, РФ Пезиденты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко, Президент ярҙамсыһы Владимир Мединский һәм башҡа билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар булды.