

Салауат районының Бишәүҙәр ауылы егете, махсус хәрби операция яугире Илмир Самиҡов “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Ул 2022 йылдан бирле алғы һыҙыҡта йөрөй. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп йөрөгән егет махсус хәрби операция башланғас, тәүгеләрҙән булып унда юллана. Штурмлау төркөмө бүлексәһе командиры булып хеҙмәт итә. Ике тапҡыр снаряд ярсығына яралана. Апрель айында отпускыла булып киткән.
25 йәшлек яугир Георгий Жуков, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән. Хәрби наградаларына яңыраҡ “Батырлыҡ өсөн” (“За отвагу”) миҙалы ла өҫтәлде.