Ветеран ярҙам алды

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам саралары күп. Шул иҫәптән ветерандарға адреслы ярҙам күрһәтеү ҙә яҡшы ойошторолған. "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының республика филиалында социаль контракт төҙөүгә сертификат алыуға ла булышлыҡ итәләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ветеран ярҙам алдыВетеран ярҙам алды
Ветеран ярҙам алды

Мәҫәлән, Мишкә районынан Рәмил Сәлихов, социаль координатор Олеся Йосопова ярҙамы менән, тейешле документтар әҙерләгән.

Яугир яуҙан ауыр яраланып ҡайтһа ла, тик ятырға йыйынмай. Ул үҙ эшен асырға уйлай һәм фондҡа мөрәжәғәт итә. Ошо көндәрҙә ветеран социаль контракт төҙөү өсөн рекомендация алған.

МХО яугирҙарына айырым тәртип: быйылдан алып, соцконтракт ғаилә килемен иҫәпләмәйенсә төҙөлә.

Фото: Центр поддержки участников СВО «Башкортостан», вк

Автор:Алһыу Ишемғолова