

Алина Маннанова Донорҙар көнө уңайынан ойошторолған сарала "Йәш гвардия" һәм Йәштәр йәмәғәт палатаһы командаһы менән берлектә ҡан тапшырҙы. Уларҙың ярҙамы менән ғүмерҙәр ҡотҡарыласаҡ.
- Барлыҡ донорҙарға оло изгелектәре өсөн рәхмәтемде еткерәм. Һеҙ ҡан тапшырып ҡына ҡалмайһығыҙ, ә кешеләргә йәшәү, өмөт һәм шатлыҡ бүләк итәһегеҙ! Иткән изгелегегеҙ үҙегеҙгә артып ҡайтһын, - тип Алина рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерә.