Уңыштар юлдаш булһын!

Артур Сәйетгәрәев - "Башҡортостан геройҙары" республика кадрҙар программаһы финалсыһы, "Росгвардия" майоры, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, икенсе дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы кавалеры.

Уңыштар юлдаш булһын!Уңыштар юлдаш булһын!
Уңыштар юлдаш булһын!

Ошо көндәрҙә ул БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов менән осрашты. Әлеге ваҡытта программа финалсылары остаздары менән тәжрибә туплай, эшкә урынлаша, осрашыуҙарға йөрөй.

Артур Сәйетгәрәев 2025 йылдан МХО ветерандары ассоциация ағзаһы ла. Әйткәндәй, ул "Росгвардия"ның махсус отряды составында 2022 йылдың сентябрендә Харьков өлкәһенең Балаклея ҡалаһын обороналауҙа ҡатнашҡан.

Фото: ГЕРОИ БАШКОРТОСТАНА, вк төркөм.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас