

Улар 5000 саҡрымдан ашыу юл үткән. Гуманитар ярҙам адресаттарға тапшырылған: Дыуан-Мәсетленән «Федя» ауылдаштарынан күсмә мунса алған, Абдулла ауылынан «Шепот» хеҙмәт иткән подразделениеға «Нива» бирелгән, «Гильза» принтер, ноутбук, «Тәртип»кә — Яңы Мишәр халҡы генератор биреп ебәргән. Шулай уҡ «Ҡарағай» шифаханаһынан һыу алып барғандар.
«Ангара»ға исемләп, һигеҙ кубометр ағас ебәрһәләр, алғы һыҙыҡта кәрәккән әйберҙәре «Башкир», «Әй», «Юганск», «Тигр», «Мага», «Нурик», «Шмель», «Маэстро», «Волчонок», «Сима», «Рамзес», «Маджеха» алған.
Райондан 100-һән ашыу һаҡселтәр, 1300 киптерелгән аш йыйылмаһы ла тапшырылған.
Ярҙам ебәргән халыҡҡа рәхмәт! Яугирҙар имен-һау булһын!
Фото: Башкирский батальон, вк