Барыһы ла ЕҢЕҮ өсөн!

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡтанашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары һаны 55-кә етте. Беҙҙә күп кимәлле булышлыҡ итеү системаһы булдырылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Барыһы ла ЕҢЕҮ өсөн!Барыһы ла ЕҢЕҮ өсөн!
Барыһы ла ЕҢЕҮ өсөн!

Был турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Хөкүмәт ҡарамағында махсус департамент та эшләй. МХО ветерандарына 146 спорт объектында бушлай шөғөлләнергә мөмкин. Шифахана-курорт дауаланыуы тергеҙелде. Апрель уртаһына ҡарата туғыҙ меңдән ашыу кеше һаулығын нығытҡан. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса эш төркөмө лә булдырылды.

Бынан тыш, ветерандарҙың 75 проценттан ашыуы эшкә урынлаштырылған. Ә диспансер тикшереүен быйыл яуҙан ҡайтыусыларҙың һәр өсөнсөһө үткән.

МХО яугирҙарына һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеүҙә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы төп ролде уйнай.

Фото: видеонан скрин.

Автор:Алһыу Ишемғолова