

Етәксе социаль селтәрҙә яҙыуынса, маршруттары Курск, Белгород өлкәләре, ЛНР, ДНР, Запорожск, Херсон өлкәләре аша үткән.
"Автомобиль, мотоциклдар, квадроцикл, прицеп, медикаменттар, Ишембайҙа йыйылған FPV-дрон, генераторҙар, электр тауарҙары алып барҙыҡ. Шулай уҡ 10 саҡрымлыҡ оптоволокно сымы ла алдыҡ", - тип яҙған Азат Ишемғолов.
Әлбиттә, гуманитар йөктә һәр нәмә яугирҙар менән килешеп, уларға иң кәрәклеләре генә була. Шулар иҫәбендә - шәхси посылкалар, хаттар ҙа.
Район башлығы ярҙам туплауҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерә.
"Ярҙам йыйыу туҡталмай. Сираттағы барыуға йыя ла башланыҡ", - тиелә яҙмала.
Иң мөһиме - яугирҙар имен булһын!
Фото: Азат Ишемгулов, вк