Яңы ярҙам төрө бар!

Һүҙ махсус хәрби операция ветерандарына терәк булыу тураһында.

Яңы ярҙам төрө бар!Яңы ярҙам төрө бар!
Яңы ярҙам төрө бар!

Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы менән "Семейный трест" төҙөлөш компанияһы яңы ярҙам программаһын ғәмәлгә ашыра башлай.

Был турала Ассоциацияның социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр итәләр. Хәҙер һәр ветеран, контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрби йәки уның ғаилә ағзаһы махсус сертификат алыу мөмкинлегенә эйә була. Был рәсми ҡағыҙ 200 000 һум суммаға торошло. Уның буйынса "Семейный трест" төҙөгән торлаҡ (Өфө районының Миловка ауылында, Благовещен ҡалаһында) һатып алыуға ташлама ҡаралған.

Ентеклерәк мәғлүмәт кәрәкһә, Достоевский урамындағы 73-сө йортҡа, Ассоциацияға мөрәжәғәт итегеҙ.

#АссоциацияВетерановСВО

Фото: Ассоциация ветеранов СВО Республики Башкортостан, вк

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас