Беҙҙең мәрхәмәтле гүзәл зат!

"Беренсе тирмә" проекты ҡатнашыусыһы, Учалы ҡыҙы Ирина Байегетова Луганск госпиталенән ҡайтҡан.

Беҙҙең мәрхәмәтле гүзәл зат!Беҙҙең мәрхәмәтле гүзәл зат!
Беҙҙең мәрхәмәтле гүзәл зат!

Ул М. Шайморатов исемендәге штабтың әүҙем ирекмәне булараҡ, госпиталдә ятҡан яралы һалдаттарға ярҙам итергә һис тә уйламайынса киткән. Әйткәндәй, иринаның ире - алғы һыҙыҡта, улы - МХО ветераны. Был турала социаль селтәрҙә "Башҡорт батальоны" төркөмөндә хәбәр итәләр.

"Яҡташыбыҙ - ныҡлыҡ, ышаныс, ауырлыҡтарға бирешмәү өлгөһө. "Беренсе тирмә" проектында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың көсө шул тиклем ҡеүәтле, улар яралы яугирҙарға өмөт бирә, хәрби рухын күтәрә", - тиелә төркөмдә.

Яугирҙарыбыҙ имен булһын! Һәләк булғандарҙы онотмаясаҡбыҙ!

Фото: Башкирский батальон, вк

 

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас