Яугир батырлығы онотолмай

Мөжәүир Тулыбаев үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды. Был турала Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин үҙенең социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә яҙып сыҡты.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугир батырлығы онотолмайЯугир батырлығы онотолмай
Яугир батырлығы онотолмай

"Махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙ, Яңы Мөсәт ауылы егете Тулыбаев Мөжәүир үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды. Бөгөн тантаналы рәүештә орденды яугирҙың атаһына - Тулыбаев Гәрәй Гәфүр улына тапшырҙым.
Махсус хәрби операция барышында Тыуған илебеҙҙе яҡлап үҙенең хәрби бурысын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәгән, рядовой Мөжәүир Гәрәй улының батырлығы һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ," - тип яҙып сыҡты Рәмил Миңлеәхмәт улы.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова