Президенттан - етди ҡарар!

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Юғары Баш командующийы Владимир Путин РФ оборона министрына, РФ Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигына мөһим күрһәтмә бирҙе.

Президенттан - етди ҡарар!Президенттан - етди ҡарар!
Президенттан - етди ҡарар!

Президент ҡаранына ярашлы, Пасха байрамы уңайынан, 11 апрелдә көндөҙгө сәғәт 4-тән 12 апрель тамамланғансы тыныслыҡ (перемирие) иғлан ителә.

Оборона министры А. Белоусовҡа, Генштаб начальнигы В. Герасимовҡа ошо осорға бөтә йүнәлештә хәрби хәрәкәтте туҡтатырға ҡушылған.

Ғәскәрҙәргә ҡаршы яҡтан провокация ихтималына йәки башҡа агрессияға әҙер торорға, тиелә Президенттың рәсми сайтында.

Моғайын, Украина яғы ла Рәсәйҙән өлгө алыр, утты туҡтатыр.

Фото: Кремлин.ру

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас