

Пьеса авторы Елена Коллегова – актер, драматург, киносценарист, сәнғәт белгесе. Данлыҡлы ГИТИС аспирантураһын тамамлаған. Муром ҡалаһында тыуған, әлеге ваҡытта Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Драматургтар конкурстары лауреаты. «Кеше булып ҡалырға» әҫәре реаль ваҡиғаларға таянып яҙылған, уның буйынса Орск һәм Иркутск дәүләт театрҙары ла спектакль сығарған. Елена Коллегова ижады Башҡортостанда тәүге тапҡыр ҡуйылды. Репетициялар барышында актерҙарға һәм ижади төркөмгә төп геройҙың прототибы – П. Луспекаев исемендәге Луганск драма театры актеры Артем Малахов менән онлайн аралашыу мөмкинлеге булды. Ул Рәсәйҙең яңы төбәктәренең бөгөнгө генә түгел, 2014 – 2022 йылдарҙағы хәл-ваҡиғалары тураһында бәйән итте.
Әҫәрҙе башҡорт теленә режиссер Хөрмәтулла Үтәшев (Рәсәйҙең халыҡ артисы) үҙе тәржемә иткән. Рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмис Хәкимов, художество етәксеһе – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов. Ролдәрҙе актерҙар ике составта уйнай. Тамашасылар һорауы буйынса спектакль башҡорт һәм рус телдәрендә уйналасаҡ. Шуға күрә киләсәктә билет алыр алдынан ниндәй телдә буласағын асыҡлап ҡуйыу мөһим.
Спектакль ҡуйылышы, төҙөлөшө менән документаль һәм нәфис жанр аралығында кеүек. Кинороманға ла тартым – ҡайһы бер өлөштәрҙә театр актерҙары ҡатнашлығындағы видеояҙмалар ҡулланыла. Уларҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, режиссер Руслан Юлтаев төшөргән. Драмала ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы тураһында төшөрөләсәк фильм кастингы тирәләй бара.
Ҡатмарлы сюжетты үҙ эсенә алған спектаклдә илһөйәрлек хисе, яуаплылыҡ төшөнсәләре, мәңгелек ҡиммәттәр сағыла, бында махсус хәрби операция яугиры яҙмышы аша тотош дәүер һәм ҡараштар асыла. Төп геройҙың: «Унда барған һәр кем – герой. Уларҙың үлемдән ҡурҡмай ил һағына баҫыуы – үҙе үк батырлыҡ,» – тигән һүҙҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Ә Алина образы ирен, балаһын һуғышҡа оҙатҡан һәр ҡатындың күңел ғазабын еткерә кеүек: йән әрнеүе аша яҡын кешеһенә терәк булырға тырышыу, ил мәнфәғәтен үҙенекенән өҫтөн күргәндәрҙе аңлап ҡабул итеү нисек ауыр булыуын үҙҙәре кисергәндәр генә аңлай алалыр. Спектакль барышында: «Яуҙа йөрөгәндәр генә түгел, төн йоҡоларын йоҡламай көткән яҡындары ла оло ҡаһарман бит!» – тигән фекер күңелдә нығынды.