Әрмелә булмаһа ла, яуға киткән

Сибай ҡалаһынан "Башҡорт" позывнойы алған егет, әрме "һурпаһы"н татымаһа ла, бер ҙә уйлап тормаған - дуҫтары менән махсус хәрби операция биләмәһенә киткән.

Әрмелә булмаһа ла, яуға киткәнӘрмелә булмаһа ла, яуға киткән
Әрмелә булмаһа ла, яуға киткән

Уның тураһында Сибай хакимиәте башлығы Сергей Озерцов социаль селтәрҙә һөйләгән.

Әле "Башҡорт" алғы һыҙыҡта йылдан ашыу хеҙмәт итә. Ябай һалдаттан, штурм подразделениеһы яугирынан, командирға тиклем хәрби юл үткән ул. Ҡыҫҡа ялға ҡайтҡанында мэр уның менән осрашҡан.

Яугир яҡташыбыҙға 28 йәш. Әйткәндәй, "Башҡорт" Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын һәм Ишембай нефть колледжын тамамлаған.

Иҫән-һау, еңеү менән тыуған яҡҡа бөтөнләйгә ҡайтырға насип итһен Аллаһ!

Фото: Башкирский батальон, вк

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас