"Егеттәрҙең һәр береһе менән ғорурланабыҙ"

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташ яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам ылауын оҙатып барған. Был турала етәксе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Егеттәрҙең һәр береһе менән ғорурланабыҙ""Егеттәрҙең һәр береһе менән ғорурланабыҙ"
"Егеттәрҙең һәр береһе менән ғорурланабыҙ"

"Бер нисә яугир менән осрашырға насип булды. Улар ялһыҙ, әммә энтузиазм менән эшләй, барыһы менән дә ғорурланабыҙ. Беҙҙең Күгәрсен районы инде нисәнсе мәртәбә бер ҙур ғаилә, берҙәм команда булып, яҡташтарыбыҙға иң кәрәкле әйберҙәрҙе йыйҙы. Хәрби рухты күтәреү өсөн егеттәргә өй йылыһы, хаттар ҙа алып барҙыҡ. Район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, ауыл биләмәләренә рәхмәт! Егеттәр, һеҙгә уңыштар! Өйҙә Еңеү менән көтәбеҙ!" - тип яҙған Марат Исҡужин "Бәйләнештә".

Яугирҙарыбыҙға именлек!

Фото: Марат Искужин, вк

 

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

"Егеттәрҙең һәр береһе менән ғорурланабыҙ"
"Егеттәрҙең һәр береһе менән ғорурланабыҙ"
"Егеттәрҙең һәр береһе менән ғорурланабыҙ"
"Егеттәрҙең һәр береһе менән ғорурланабыҙ"
"Егеттәрҙең һәр береһе менән ғорурланабыҙ"
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас