Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәтенең МХО ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Ул күптән түгел генә фронттан ҡайтты. Айҙар алғы һыҙыҡта «Шаман» позывнойы менән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың хәрби-сәйәси эштәр буйынса рота командиры урынбаҫары булып хеҙмәт иткән.
Руслан Хәбибов Айҙар Шәйәхмәтов менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам буйынса ведомство-ара комиссияһының сираттағы ултырышында таныштырҙы.