Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаның махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға барғанында осрашҡан, һөйләшкән яугирҙар менән әңгәмәләре, уларҙың фронт хәтирәләре, юлъяҙмаларҙан тора. Уны илдең билдәле "АСТ" һәм "Ленинград" нәшриәттәрендә 1,5 мең дана итеп баҫып сығарҙылар.
Өфөнөң "Китап" магазинында автор менән йәнле осрашыу үтте. Унда билдәле шәхестәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм китап геройҙары - МХО яугирҙарының әсәләре һәм ҡатындары ҡатнашты.
- Мин был китаптағы һәр тарихты күңелем аша үткәреп яҙҙым. Улар уйлап сығарылмаған, ә дөрөҫлөк. Был яугирҙарыбыҙ яҙмышы, уларҙың һыҙланыуҙары, көсө, һайлаған юлы. Һәр интервью, һәр һөйләм - онотолмаҫлыҡ һөйләшеүҙәр. Минең башҡаса яҙырға хаҡым юҡ ине: тик дөрөҫтө, - тине үҙ сығышында Лариса Абдуллина.
Сарала ҡатнашыусылар авторға рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе.