«Шмель», «Ахмад», «Вагнер» позывнойлы яугирҙар менән алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итеү мөмкинлектәре тураһында һөйләшкәндәр. Егеттәр БПЛА, тепловизорҙар, радиостанциялар, генераторҙар, компьютерҙар йыйыуҙа ярҙам һораған. Хакимиәт башлығы шунда уҡ береһенә яңы DJI Mavic 3 Pro тотторған.
Артабан яугирҙар Иҫке Балтастағы 2-се мәктәпкә барып, балалар менән осрашҡан.
Хатта бер нисә көнлөк кенә ялдарында ла әүҙем тормош менән йәшәй улар. Иҫән ҡайтһындар! Барыһына ла именлек!
Фото: Администрация Балтачевского района, вк.