Бөтә яңылыҡтар

Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индерәбеҙ!

Учалынан йәш ирекмән автомат магазинын тиҙ генә зарядлау өсөн махсус ҡорамал эшләгән.

Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индерәбеҙ!
Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индерәбеҙ!

Илдар Ибраһимов 3D принтерҙа тиҙ генә зарядканы тултыра торған аппарат яһаған. Ул автомат магазины өсөн ҡулайлаштырылған. Яугирҙар зарядканы юғары баһалаған да инде.

Был турала Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов хәбәр иткән.

Алғы һыҙыҡта ҡорамалды яугирҙар "Заряжайка" тип йөрөтә. Зарядка бик уңайлы, оператив эш иткәндә бигерәк тә кәрәкле, тиҙәр.

Фото: Башкирский батальон

 

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас