Илнур – МХО ветераны, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды координаторы. Әле ул яугирҙарға яңы һөнәр үҙләштерергә һәм тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам иткән республика программаһы буйынса уҡыу үтә.
Илнур үҙенең остазы тип Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминевте атаны.
- Беләһегеҙме, остазына ситтән ҡараһаң, бер нәмәне күрәһең. Әммә иңгә-иң эшләгәндә бөтөнләй икенсе. Айрат Зиннәт улы "ҡағыҙҙарҙы дөрөҫ яҙырға" йәки "отчеттар ҡабул итергә" генә өйрәтмәй. Ул беҙгә кешеләр менән нисек эшләргә икәнен күрһәтә. Яуаплылыҡ алырға, вәғәҙәне үтәргә өйрәтә, - ти программа финалсыһы.
Илнур Ҡарабулатов бергәләп Республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһен анализлауын, социаль проекттарҙы тикшереүен, яҡташтарының ихтыяждарын хәл итеү юлдарын эҙләүен аңлатты. Ул әле фронттан ҡайтҡан һалдаттарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән шәхси социаль проект өҫтөндә эшләй.