Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры "Театр яҙы" фастивале сиктәрендә баш ҡалабыҙҙа сығыш яһаны. Улар легендар яугир Таһир Кусимов тураһында "Ҡанатлы генерал" спектаклен күрһәтте. Ул ҙур аншлаг менән үтте.
Тамашанан һуң Таһир Күсимовтың бала сағын һынландырға йәш актер Айгиз Әбдрәшитовҡа БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың Рәхмәт хаты тапшырылды.