Бөтә яңылыҡтар

"Сапа" ялында ла яуҙаштарын хәстәрләй

Баш ҡалабыҙҙың Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, ул ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ялда булған яугир менән осрашҡан.

"Сапа" ялында ла яуҙаштарын хәстәрләй
"Сапа" ялында ла яуҙаштарын хәстәрләй

«Сапа» позывнойлы яҡташ яугир әле ялда булһа ла, фронт өсөн кәрәкле материалдар һәм инвентарь йыйыу менән мәшғүл. Район башлығы уға хәрби часть етәкселегенән килгән Рәхмәт хатын тапшырып, ғорурланыуын белдергән.

Осрашыуға яугирҙың атаһы ла килгән. Уның һөйләүенсә, улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған олатаһы өлгөһөндә үҫкән.

"Сапа" яуға өлөшләтә мобилизация ваҡытында алынған. Жуков, "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" миҙалдарына лайыҡ булған.

Фото: Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтенән, вк

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас