Яугир әсә тураһында Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин социаль селтәрҙә һөйләне.
Күгәрсен ауылынан яуға китә ул батыр ҡатын. Бәләкәйҙән кешеләрҙе дауалау тураһында хыяллана, Өфөлә белем ала, МХО башланғас та, уйлап тормай, алғы һыҙыҡҡа китә. "Юна"ның ире лә – яугир.
"Беҙҙең өсөн иң мөһиме - кеше", – ти изге күңелле яугир ҡатын.
"Бөгөн ул – өйҙә. Балаларын да үҙҙәре кеүек илһөйәр итеп тәрбиәләүгә күп көс һала. Уҡыусылар менән дә осраша, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
"Юна"ның тарихы – алғы һыҙыҡтағы ҡатын тураһында хикәйәт кенә түгел, ә батырлыҡҡа, үҙ-үҙеңде фиҙа итеүгә, яҡыныңа бөткөһөҙ һөйөүгә мәҙхиә. Конфликт ни тиклем генә ҡаты булмаһын, уның һәр ваҡыт кеше йөҙө була – үҙ ғүмерен аямай башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарырға ынтылған йөҙө. Был йөҙ ҡатын-ҡыҙҙыҡы, әсәнеке, өмөт менән тулы булыуы ла мөмкин", – тип яҙылған район хакимиәте башлығы Марат Исҡужиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: Марат Искужин, вк