Бөтә яңылыҡтар

Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләргә ярҙам итәсәкбеҙ

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарыбыҙҙы эҙләү буйынса эш төркөмө раҫланды.

Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләргә ярҙам итәсәкбеҙ
Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләргә ярҙам итәсәкбеҙ

БР Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы документҡа ҡул ҡуйҙы. Эш төркөмөн РФ Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькина етәкләй. Шулай уҡ уның рәйестәше итеп БР спорт министры Руслан Хәбибов тәғәйенләнгән. Төркөмдә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, БР хәрби комиссары Михаил Блажевич, депутаттар, башҡа етәкселәр бар.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас