Ветеран социаль контракт төҙөгән

Башҡортостандың Благовещен ҡалаһынан махсус хәрби операция ветераны Эльдар Хафизов төҙөлөш материалдары етештереү буйынса шәхси фирмаһын асҡан. Был ниәтен ғәмәлгә ашырырға социаль килешеү булышлыҡ иткән. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар бизнес асҡанда күрһәтелә торған дәүләт ярҙамын алғанда килем тураһында белешмә тапшырмай.

Ветеран социаль контракт төҙөгәнВетеран социаль контракт төҙөгән
Ветеран социаль контракт төҙөгән

Быйылдан соцконтракт талаптары үҙгәрҙе. Яугир-ветеран әйтеүенсә, процедура ауыр булмаған.

Ул ярҙамға (350 мең һум аҡса бирелгән) ҡорамалдар аласаҡ.

Эльдар тәүҙә "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының республика филиалынан рекомендация алған, һуңынан Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Белгестәр уға һәр баҫҡыста ярҙам күрһәткән - ғариза яҙыуҙан алып, бизнес-план төҙөүгәсә.  

Фото: БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас