

Александр Нестеренко Ватанды һаҡлаусы булыу тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты, үҙенең МХО зонаһындағы хәрби юлы хаҡында һөйләне.
Александр Андреевичтың «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыуы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. МХО ветерандарын һәм ҡатнашыусыларын ҡайтанан әҙерләүгә, уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуға һәм яңы карьера перспективаларын үҫтереүгә йүнәлтелгән был кадрҙар программаһы дәүләттең уның мәнфәғәттәрен яҡлаусыларға ҡарата хәстәрлегенең сағыу миҫалы булып тора.
Осрашыу йәнле һәм ирекле әңгәмә форматында үтте. Гимназия уҡыусылары ҙур иғтибар менән тыңланы, үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныусанлығын һәм белемгә ынтылышын күрһәтеп, һорауҙар бирҙе.