

Белгес егеттәргә бик кәрәкле брошюралар ҙа алып барған. Яугирҙар нотариусҡа мираҫ, күсемһеҙ милекте бүләк итеү, алимент килешеүе, ышаныс ҡағыҙына бәйле һорауҙарын бирҙе.
Хомячук билдәләүенсә, юридик мәсьәләләр ябай кешене генә борсомай - махсус хәрби операция биләмәһендә лә бәғзе бер һорауҙарға яуап табырға кәрәк.
"Егеттәргә төрлөсә ярҙам итергә мөмкин. Мин бушлай юридик ярҙам күрһәтәм", - ти нотариус. Ул 2023 йылдан башлап, алғы һыҙыҡтағы яугирҙар янында йыш була, бында саҡта ла гел бәйләнештә.
Афарин!
Яугирҙар имен ҡайтһын!
Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.