Бөтә яңылыҡтар

Ярҙамды тапшырҙыҡ, егеттәрҙән сәләм!

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов гуманитар ярҙам ылауы менән махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙ янына барған.

Ярҙамды тапшырҙыҡ, егеттәрҙән сәләм!
Ярҙамды тапшырҙыҡ, егеттәрҙән сәләм!

Был хаҡта етәксе социаль селтәрҙә хәбәр итә.

Халыҡтан йыйылған ярҙамды тәғәйен ергә тапшырғандар, бер ыңғай Красный Луч ҡалаһында ла булғандар.

"Беҙҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олег Бабченко ҡаршыланы. Уның менән йылы аралаштыҡ, башҡорт балын, түбәтәй бүләк иттек. Ҡалаларыбыҙ араһында дуҫлыҡ булдырырға һөйләштек", тип яҙған Озерцов. 

Улар балалар баҡсаһына ла гуманитар ярҙам тапшырған. Ә егеттәр менән осрашыу һәр яҡҡа ла ҡыуаныс килтергән.

 

Яугирҙар имен булһын!

Фото: Сергей Озерцов, вк

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

 

Ярҙамды тапшырҙыҡ, егеттәрҙән сәләм!
Ярҙамды тапшырҙыҡ, егеттәрҙән сәләм!
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас