Берҙәм белешмәләр көнө

Иртәгә, йәғни 5 мартта, баш ҡалабыҙҙың "Торатау" Конгресс-холында махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре өсөн мөһим сара үтә.

Берҙәм белешмәләр көнөБерҙәм белешмәләр көнө
Берҙәм белешмәләр көнө

Берҙәм белешмәләр көнөнөң ойоштороусыһы — "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы.

Сарала фонд ҡарамағындағыларға психологик, медицина, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам алырға мөмкин.

Белешмәләрҙе профилле ойошмалар:

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы, Рәсәй оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге, Республика табип-физкультура диспансеры, Башҡортостан Республикаһының Адвокат палатаһы, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының Нотариаль палатаһы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт юридик бюроһы, Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты, Өфө ҡалаһының Республика клиник психотерапия үҙәге, республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәте, район дауаханаһы табиптары һәм башҡа профилле йүнәлештәге белгестәре үткәрә.

Башланыу ваҡыты — 13:00 сәғәттә. Инеү: ирекле.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас