

Ул яҡташтарына даими гуманитар ярҙам күрһәткәне һәм фронт ихтыяждары өсөн тапшырылған автомобиль өсөн яуҙаштары исеменән рәхмәт белдерҙе. "Бындай хәстәрлек һәм иғтибар ир-егеттәргә МХО-ла үҙҙәренең мөһим миссияһын үтәгәндә ҙур ярҙам булып тора," - тине ул.
Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов та социаль селтәрҙә Асҡын халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. "Беҙҙең районда йәшәүсе һәр кешегә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡаны, хәстәрлеге һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең изге эштәрегеҙ — ул беҙҙең райондың көсө һәм бөтәһе өсөн дә өлгө! Илебеҙҙе яҡлаусыларға бергәләп ярҙам итеүебеҙҙе дауам итәбеҙ"- тип яҙҙы ул.