Мәктәптәрҙә - Герой парталары...

Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙы тыуған ерҙәрендә онотмайҙар. Улар уҡыған мәктәптәрҙә лә Герой парталары барлыҡҡа килә. Күгәрсен районының Теләүембәт урта мәктәбендә өс батырға арналған парталар булдырылды.

Мәктәптәрҙә - Герой парталары...Мәктәптәрҙә - Герой парталары...
Мәктәптәрҙә - Герой парталары...

«Герой партаһы» — Бөтә Рәсәй мәғариф проекты ул (инициаторы — «Берҙәм Рәсәй»). Уҡыу өҫтәлендә яугирҙың биографияһы, фотоһы, ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт урынлаштырыла.

Ошо көндәрҙә Теләүембәт мәктәбендә ҡасандыр уны тамамлаған Айнур Рәхимовҡа, Ришат Ишемғоловҡа һәм Айнур Фәйзуллинға арналған Герой парталары асылды, тип хәбәр итәләр.

Онотолмаҫ ил һаҡсылары! Иҫән яугирҙар еңеү менән имен әйләнеп ҡайтһын!

Фото: Тляумбетовский сельсовет, вк

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас