Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
25 Февраль , 15:15

Йылы осрашыу

Дыуан районының Мәсәғүт ауылындағы балалар баҡсаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ҡунаҡҡа килде, тип хәбәр итәләр райондан.

Йылы осрашыу
Йылы осрашыу

Бәләкәстәр был осрашыуға яҡшы әҙерләнгән - Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын, дуҫлыҡ тураһында йырҙар йырлаған, Тыуған ил, батырлыҡ, илһөйәрлек тураһында шиғырҙар ятлаған

Яугир-ҡунаҡ уларға фотолар күрһәтеп, фронт биләмәһендә нисек йәшәүҙәрен, хеҙмәттәштәре менән ниндәй мөнәсәбәттә булыуҙарын бәйән итеп, Тыуған илде яратырға кәрәклекте төшөндөргән.

Балалар уға һүрәттәрен, хаттар бүләк иткән. Яугирҙар әйтеүенсә, хаттар яу ҡырында ярҙам иткәндәй һәм йыйылылыҡ өҫтәгәндәй.

Фото: Администрация муниципального района Дуванский район РБ, Контента | Инфоповод

Йылы осрашыу
Йылы осрашыу
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас