Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
25 Февраль , 17:45

Президент указы менән миҙалға лайыҡ булды!

Яҡташыбыҙ, рухлы милләттәшебеҙ, махсус хәрби операция яугиры Илгиз Солтанморатов Жуков миҙалы менән бүләкләнде.

Президент указы менән миҙалға лайыҡ булды!
Президент указы менән миҙалға лайыҡ булды!

Илгиз Зәмфир улы МХО-ға тиклем БР Фәндәр академияһының Башҡорт энциклопедияһы институтын етәкләне. Ул инде бер нисә йыл алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә.

Жуков миҙалына ҡыйыулыҡ, яҡшы хәрби әҙерлек, хәрби дежурҙағы оҫталыҡ, илһөйәрлек өсөн лайыҡ булалар. Афарин, батыр!

Илгиз Солтанморатовты коллективы ла ихлас ҡотлай.

Әлбиттә, беҙ ҙә һәр яугирыбыҙҙың ҡаһарманлығына ҡыуанабыҙ. Иҫән-имен генә булһындар!

Фото: вк, Ильгиз Султанмуратов,   БАШЭНЦИКЛОПЕДИЯ (ИНСТИТУТ БАШЭНЦИКЛОПЕДИИ АН РБ)

 

Президент указы менән миҙалға лайыҡ булды!
Президент указы менән миҙалға лайыҡ булды!
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас