Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
22 Февраль , 14:00

Афарин, Алина!

«Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһы финалсыһы республика Йәштәр йәмәғәт палатаһының яңы составына инде. Уны рәйес урынбаҫары итеп һайлағандар.  

Афарин, Алина!
Афарин, Алина!

Алина Маннанова өс йыл элек Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, ЛНР-ға хәрби табип булараҡ хеҙмәткә юллана. Ул яралыларҙы фронт һыҙығынан эвакуациялай. Ҡайтҡас, ирекмәнлек эшенә тотона - яугирҙарға гуманитар ылауҙар туплай. Шулай уҡ ҡыҙ БДМУ-ның Тактик медицина үҙәген етәкләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһы республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән булдырылды.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас