Беләһегеҙ, беҙҙә МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә 55 төр ярҙам сараһы ҡаралған. Был йәһәттән булышлыҡ итеү арта ғына бара. Ярҙам саралары тормошобоҙҙоң һәр өлкәһен үҙ эсенә ала.
Ғорурланғаныбыҙ ҙа шул – яугирҙарыбыҙ көн һайын тиерлек ҡаһарманлығын иҫбатлай – хәҙер инде Башҡортостанда бихисап миҙал һәм орден кавалеры (өс меңгә яҡын), 15 Рәсәй Геройы бар. Бәғзеләре һәләк булғандан һуң лайыҡ тип табылһа ла, беҙ бер кемде лә онотмаясаҡбыҙ.
Яугир-ветерандар ҙа – иғтибар уртаһында. Беҙҙә "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы ла ғәмәлгә ашырыла. Тормош тәжрибәһен байытып ҡайтҡан яугирҙар үҙен республиканың етәксе урындарында ла күрһәтер әле.
Беҙҙең МХО ветерандары ассоциацияһы ла берҙәмлеген нығыта. Ә "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының республика филиалы эшен федераль кимәлдә юғары баһалайҙар.
Быйыл Башҡортостанда йыл "Барыһы ла Еңеү өсөн!" девизы менән үтәсәк. БР Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә тап ошо йүнәлеште билдәләне. Уны, һәр ваҡыттағыса, хупланылар.
Әйткәндәй, республикабыҙ МХО-ға ярҙам итеү буйынса Рәсәй кимәлендә гел ыңғай яҡтан телгә алына. Фронтҡа даими ярҙам иткән халҡыбыҙға нисек рәхмәт әйтһәк тә әйтеп еткермәгән кеүек булыр ине. Сөнки гуманитар ярҙам күрһәтеүгә барыһы ла ҡушылды – иң ололар ҙа, балалар баҡсаларына йөрөүселәр ҙә ситтә ҡалмай.
Ошо көндәрҙә Донбасс яҡтарына 172-се ылау китте. Иншаллаһ, егеттәргә ярҙам теүәл таратылыр, файҙаһын күрерҙәр.
Барыһы ла Еңеү өсөн, бөтәһе лә ЕҢЕҮ хаҡына!
Быны беҙ һәр саҡ иҫтә тотабыҙ һәм өлөш индерергә тырышабыҙ ҙа.
Яугирҙарыбыҙ имен ҡайтһын!
Фото: асыҡ сығанаҡтан.