Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Февраль , 12:57

Ҡоролтай гуманитар ярҙам алып барҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре - ойошма рәйесе Юлдаш Йосопов, баш бухгалтер Альбина Әфләтунова, водитель Раил Ғәлиуллин һәм Хәйбулла районы ирекмәне Дилә Исҡужина - махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау менән юлға сыҡты.

Ҡоролтай гуманитар ярҙам алып барҙы
Ҡоролтай гуманитар ярҙам алып барҙы
Улар Дондағы Ростов ҡалаһындағы госпиталгә туҡталып, гуманитар ярҙамды тапшырған да инде.
 
– Унда яҡташтарыбыҙ менән һөйләштек. Араларында, мәҫәлән, “Мортаза” позывнойлы яугир булды, үҙенең хәл-торошо тураһында бәйән итте, кисерештәре менән уртаҡлашты, – ти ҡоролтай вәкилдәре. – Штурмовиктар күнекмә үткән полигонда Көйөргәҙенән “Космос” позывнойлы 18 йәшлек яугирҙе осраттыҡ. Яҡташтарыбыҙҙың барыһы ла гуманитар ярҙам йыйыуға өлөш индергәндәргә рәхмәт белдерҙе.
 
Артабан улар Донецк өлкәһе Селидов ҡалаһы янындағы ялан госпиталенә юлланды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов белдереүенсә, гуманитар ярҙамды туплауға Хәйбулла районы ирекмәндәре, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы, “Шьем и вяжем для наших. Башкортостан” хәрәкәте волонтерҙары, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусылар ҙур өлөш индергән. Ылауҙа дизель генераторы, унар литрлыҡ газ баллондары, төҙөлөш материалдары, маскировка селтәрҙәре, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, түшәк кәрәк-яраҡтары, медикаменттар һ.б. бар.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас