Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Февраля , 05:35

Кодты күрһәтәһегеҙ ҙә, инеп китәһегеҙ

Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандары өсөн уңайлы хеҙмәт эшләй башланы.

Кодты күрһәтәһегеҙ ҙә, инеп китәһегеҙКодты күрһәтәһегеҙ ҙә, инеп китәһегеҙ
Кодты күрһәтәһегеҙ ҙә, инеп китәһегеҙ

Сервис шунан ғибәрәт: яугир-ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары музей, театр, концерттарға махсус куар-код менән бушлай инә ала.

БР Мәҙәниәт һәм Дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министрлыҡтары "Госуслуги" порталында льготаға эйә булыусылар өсөн уңайлы хеҙмәт булдырҙы.

Ябай ғына: порталда шәхси кабинетҡа инергә (раҫланған учет яҙмаһы кәрәк), www.gosuslugi.ru/culturesmo сайтына күсергә һәм «QR-код для подтверждения статуса участника СВО» сервисмын һайлап, «Получить» төймәһенә баҫырға.

Система РФ Оборона министрлығында мәғлүмәттәрҙе тикшерә һәм код бирә.

Тик QR-код ни бары биш минут ҡына ғәмәлдә, шуға ла уны мәҙәниәт учреждениеһына инерҙән алда ғына алырға кәрәк.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас