"Һөйләшеүҙең тәүге минуттарында уҡ Уралдың теүәл яуап талап иткән һорауҙар менән килгәне асыҡланды. Уның тәжрибәһе, дисциплинаһы әңгәмәне стратегик сессияға әйләндерҙе. Аныҡ тәҡдимдәр индерелде: реабилитация алыу мөмкинлеген нисек яҡшыртыу, льготалар алыуҙы ябайлаштырыу, ветерандарҙы төбәктең социаль тормошона индереү һәм башҡалар.
Уның фекерҙәре алғы һыҙыҡта "сыныҡҡан" һәм яуҙан республикаға ҡайтҡандарҙы хәстәрләүсе стратегия булды," - тип яҙа министрлыҡ үҙенең рәсми төркөмөндә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды.