Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
8 Февраль , 17:00

Яугир ғаиләле булды

Әбйәлил районы Асҡар ауылынан "Раф" позывнойлы һалдат һөйгәне менән никах уҡытты.  

Яугир ғаиләле булды
Яугир ғаиләле булды

Яугир 2024 йылдың авгусынан үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юл ала. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе үҙаллы үҙләштергән яугир хәҙер БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

Әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан "Раф" һөйгән ҡыҙы менән никах уҡытҡан. Йәштәргә никахты "Рәсүлиә" мәсетендә Урал аръяғы имамы Сәйфулла хәҙрәт уҡый.

Йәштәргә мөхәббәтле оҙон ғүмер, бәхет теләйбеҙ. Яугирға тиҙерәк еңеү менән тыуған еренә, үҙ ғаиләһенә ҡайтырға насип булһын!

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас