Ағиҙел ҡалаһынан алғы һыҙыҡта хеҙмәт итеүсе Линар Авзалов хәрби бурыстарын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Уның ҡыйыу һәм аҡыллы аҙымдары РФ Оборона министрлығының "За боевые отличия" һәм Луганск Халыҡ Республикаһының II дәрәжә "За заслуги" миҙалдары менән баһаланған.
Мәҫәлән, былтыр йәй ретранслятор ҡуйғанда беҙҙең яугирҙарға ҡаршы яҡ дрон менән һөжүм иткән саҡта кабель зыянланған. Кесе сержант Авзалов ут аҫтында кәрәк урынға барып етеп, элемтәне тергеҙеүгә өлгәшкән. Батальон менән бәйләнеш булдырылған. Афарин, яҡташ!
Һәр һалдатыбыҙ имен булһын!
Фото: Башкирский батальон, вк