Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
6 Февраль , 11:45

Яралылар яҙмышына битараф ҡала алмай...

Хәйбулла яугиры миҙал менән бүләкләнгән.  

Яралылар яҙмышына битараф ҡала алмай...
Яралылар яҙмышына битараф ҡала алмай...

Әбүбәкир егете эшләгән еренән бронь биреүҙәренә ҡарамай, 2023 йылдың йәйендә махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ҡыйыу уҙаман махсус хәрби операцияла һынатмаған. Яҡташыбыҙҙың күкрәген «Батырлыҡ өсөн», менән «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы»  миҙалдары биҙәй. Ә ошо арала яугир ут аҫтынан яралыларҙы ҡотҡарғаны өсөн  «Һәләк булып барыусыларҙы ҡотҡарғаны өсөн» миҙалына лайыҡ була.

- Беҙҙең төп бурысыбыҙ – яралыларҙы яу ҡырынан алып сығыу. «УАЗ-СГР» машинаһын (халыҡ телендә «Буханка»ны) йөрөтәм. Тик һуғышта төрлө хәлдәр була. Октябрь аҙағында ике пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм итеп, береһе эргәбеҙгә генә снаряд ташлап, мин һәм тағы бер егет контузия алдыҡ.Ҡабат һөжүменән һаҡланыу өсөн «200»-леләр янына барып яттыҡ, әммә дрон йәнә снаряд ырғытты һәм һикереп торғас, беҙҙе эҙәрлекләй башланы. Беҙ урман һыҙатына ҡарай 200 метр самаһы йүгереп, шулай хәрби заданиенан иҫән-аман сыҡтыҡ - ти ул.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас