Хәйбулла районының Маҡан ауылы мәктәбендә гер спорты буйынса ярыштар үтте. Турнир Махсус хәрби операция барышында һәләк булған Юлай Ғәйнизар улы Торсонбаев иҫтәлегенә арналды.
Ситтән ҡарағанда, башҡаларҙан ябайыраҡ һымаҡ күренһә лә, гер күтәреү иң ауыр спорт төрҙәренең береһе, тип иҫәпләнә. Бында бөтә мускулдар ҡатнаша, шуға үҙеңде формала тотоу өсөн даими күнекмәләр эшләү мөһим.
Сарала Юлай Торсонбаевтың һеңлеһе Гөлшат Языкбаева сығыш яһаны, ағаһы тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Рөстәм Йәрмөхәмәтов спортсыларҙы сәләмләп, уларға ярыштарҙа уңыштар теләне. Ә судьялар Вадим Гадоев ярыштарҙың ҡағиҙәләре һәм хәүефһеҙлек техникаһы менән таныштырҙы.Был юлы майҙансыҡҡа башлыса Аҡъяр, Маҡан, Татыр-Үҙәк, Сиҙәм ауылдарынан һәм Сибай ҡалаһынан уҡыусылар һәм уларҙың тренерҙары йыйылды. Ярыштар бер тында тиерлек, яҡшы шарттарҙа үтте, майҙансыҡта үҙ-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ хөкөм һөрҙө.