БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 171-се гуманитар ярҙам йөгө тупланған. Ундағы бөтә кәрәк-яраҡ яугир егеттәрҙең үтенесе буйынса йыйылған.
"Бурыс - ике тәүлектә беҙҙең яҡташтар хеҙмәт иткән частарҙы урап сығыу. Ҡайҙа барһаҡ та шуны күрәбеҙ: беҙҙекеләр намыҫлы, лайыҡлы хеҙмәт итә", - тип яҙған социаль селтәрҙә Ирек Сәғитов.
Вице-премьер урындарҙа яугирҙарға Шайморатов орден һәм миҙалдарын да тапшырған. Шулай уҡ Башҡортостан шефлыҡ ярҙамы күрһәткән Красный Луч мәктәбенә лә ингән. Беҙҙең республика бында ла эҙмә-эҙлекле ярҙам итә.
Яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Еңеү мөһим! Тыныслыҡ етһен!