

Махсус хәрби операцияның дүртенсе йылы...
– Махсус хәрби операция – ул ниндәйҙер локаль хәрби конфликт ҡына түгел. Уның характеры операция сиктәренән киңерәк. МХО – глобаль конфликттың бер өлөшө. Ғәҙел донъя тәртибе өсөн көрәш бара. Көнбайыш элиталарының бөтә планетала гегемония урынлаштырыу теләгенә ҡаршы көрәш.
Тап Рәсәй – азат донъя лидеры. Шуға ла был ҡаты ҡаршылыҡ төрлө тармаҡта бара – иҡтисадта, дипломатияла, технологияларҙа, медиа һәм киберкиңлектәрҙә. Рәсәйҙең яҙмышы, суверенитеты, беҙҙең балаларҙың һәм ейәндәрҙең киләсәге уның ахырына бәйле.
Беҙҙең дошман – Украинаның туғандаш халҡы түгел. Беҙҙең дошман – ҡабаттан баш ҡалҡытҡан неонацизм. Тиҫтәләрсә йыл буйына Рәсәйҙе көсһөҙләндереү, бүлгеләү һәм юҡ итеү маҡсатын ҡуйып, коллектив Көнбайыш уны оятһыҙ рәүештә үҫтерә. Ул беҙгә яҡын булған илде беҙгә ҡаршы йүнәлтелгән ҡапҡанға әйләндерҙе. Ә украин халҡы – ҡаты нацист ҡәбәхәттәренең тотҡононда, – тиеп, Радий Хәбиров махсус хәрби операция маҡсаттары, илебеҙ позицияһы тураһында һөйләне.
Әлбиттә, махсус хәрби операция бөгөн һәр беребеҙгә, һәр ғаиләгә тиерлек ҡағыла. Быны халҡыбыҙ бик яҡшы аңлай һәм яугирҙарыбыҙға ҡулынан килгәнсә терәк булырға тырыша.
– Беҙгә хәҙер ЕҢЕҮ ӨСӨН бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Шундай ауыр ҡаршылыҡты еңеү өсөн йәмғиәтебеҙҙең тулыһынса бергә тупланыуы, һәр беребеҙҙең дә берләшеүе кәрәк, – тине БР Башлығы.
Бурыстар һәм йөкләмәләр
– Беренсенән – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итеү. Ул башланғандан алып, республикабыҙ халҡы тап шулай итә лә, – тип, алдағы көндәрҙә лә ярҙам туҡталмаясағына ишара яһаны Башлыҡ.
Был йәһәттән ул тыныс булһын – халыҡ та, һис шикһеҙ, ярҙам итеү өсөн көсөн һалған етәкселеккә ҡушыласаҡ.
– Алғы һыҙыҡҡа 171 тапҡыр гуманитар ылау оҙаттыҡ. Яугирҙарыбыҙға ике меңдән ашыу автомобиль тапшырҙыҡ. Командирҙар һорауы буйынса йөҙҙәрсә берәмек махсус техника ебәрҙек. Предприетиелар ҙа еңеү өсөн күп эшләй. БР Башлығы Хакимиәтенә, МХО биләмәһендә даими булған кәңәшселәрем – Алик Камалетдинов менән Артур Йомағужинға подразделениелар командирҙары менән бергә ундағы яугирҙарыбыҙға иң кәрәк нәмәләрҙе билдәләргә ҡушам. Бөгөн һауа һөжүменә бәйле бөтә нәмә үтә лә мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Һүҙ пилотһыҙ осоу аппараттары тураһында. Белеүегеҙсә, РФ Оборона министрлығы башланғысы менән илебеҙҙә яңы ғәскәр ойошторолдо. Уға һайлап алыу бара. Был ғәскәргә ҡушылыу өсөн республикабыҙҙа әҙерлекле белгестәр ҙә етерлек. Өҫтәүенә, бихисап ирекмән оҫталығын еңеү өсөн ҡулланырға ҡарар итте лә инде.
Башҡортостанда Владлен Татарский исемендәге БПЛА операторҙары әүҙерләү үҙәге бар һәм унда егеттәрҙе өйрәтергә әҙерҙәр.
Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә билдәләүенсә, Башҡортостан пилотһыҙ авиация һәм радиоэлектрон көрәш буйынса компетенциялар үҙәктәренең береһенә әүерелде. Төбәктәрҙе «дронлаштырыу» рейтингында тәүге өсәү иҫәбенә индек. Беҙҙең уникаль предприятиелар Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып пилотһыҙ аппараттар өсөн электр двигателдәре сығара башланы. Президент ҡушыуы буйынса беҙҙә бөтә класлы граждандар һәм хәрби дрондар әҙерләнә, эшләнә. Беҙҙең "Ҡыш Бабай" ауыр дроны осошта уңышлы һыналып, әлеге мәлдә яугирҙарға ярҙамға ҡушылды.
Ике йылда Башҡортостан МХО биләмәһенә 10 меңдән ашыу дрон оҙатҡан. Радий Хәбиров 1 апрелдән пилотһыҙ осоу аппараттары менән тәьмин итеү күләмен 50 процентҡа арттырырға ҡушты.
– Республика мөмкинлектән сығып һәм РФ Оборона министрлығы яғынан түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, яугирҙарҙы тулыһынса тейешле аҡса менән тәьмин итергә бурыслы.
Икенсенән – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль йәһәттән булышлыҡ итеү. Былтыр беҙ 12 яңы ярҙам сараһы өҫтәнек һәм барлығы 55 сара булды. Тормоштоң бөтә өлкәһенә лә ҡағыла. Үткән йылдың аҙағынан хәрби хәбәрселәргә лә шифахана-курорт дауаланыуы ҡаралған. Ике йылда ошо юҫыҡта бүленгән аҡсаны ике тапҡырға арттырҙыҡ. Республика Хөкүмәтенә был эште дауам итергә ҡушам, – тине Радий Хәбиров.
Үтә яуаплы бурыс
– МХО-нан ҡайтҡан өс меңдән ашыу яугирҙың 78 проценты эшкә урынлаштырылған. Муниципалитет башлыҡтарына ошо йүнәлештәге эште көсәйтергә ҡушам, – тине БР Башлығы.
Әйткәндәй, ветерандар менән эшләү өс йүнәлештә бара – медицина тергеҙелеүе (реабилитация), эшкә урынлаштырыу, социаль яраҡлаштырыу.
Фронттан ҡайтыусыларҙың 86 проценты диспансерлаштырыу үткән. Реабилитация мөмкинлектәре киңәйтелергә тейеш, тигән талап ҡуйҙы Радий Хәбиров. Яралы, контузия алған яугир-ветерандар айырым иғтибар талап итә.
– Ундайҙарға махсус автомобиль, медицина әйберҙәре биреү, торлаҡтарын яраҡлаштырыу, адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуҙы тәьмин итеүҙе контролләү мөһим, – тине БР Башлығы.
Спорт менән шөғөлләнеү буйынса БР Спорт министрлығына, муниципалитеттарға бурыстар йөкмәтелде.
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарының шифаханаларҙа льготалы дауаланыуын тергеҙергә ҡушты. Бынан алда бюджет сикләүҙәре арҡаһында сара туҡтатылғайны. Республика етәксеһе был ҡарарҙы, "урынһыҙ", тип атаны.
БР Башлығы әйтеүенсә, «Талҡаҫ» шифаханаһында яугирҙарҙы дауалау һәм реабилитациялау үҙәген асыласаҡ.
Ярҙам ваҡытында һәм сифатлы булһын өсөн...
Хөкүмәткә йыл аҙағына тиклем барлыҡ районда һәм ҡалала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү үҙәктәрен асырға (әле беҙҙә шундай 20 үҙәк бар), ә Хөкүмәт аппараты структураһында айырым бүлек – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам мәсьәләләре буйынса департамент асырға ҡушылды.
– МХО ветерандары ассоциацияһының роле айырым. Улар ветерандар менән тиҙ аңлаша. Урындарҙа бүлексәләр ҙә асыла. Йыл аҙағынаса ассоциация ныҡлы йәмәғәт ойошмаһына әүерелергә, муниципалитеттарҙа әүҙем эшләргә тейеш. Хөкүмәткә финанслау сығанағын табыу эшен йөкмәтәм, – тине Радий Хәбиров.
“Һәләк булған яугирҙәрҙең балалары – беҙҙең балалар”
– Беҙ уларҙы бөтә республика менән күтәрергә, лайыҡлы кешеләр булырға ярҙам итергә тейешбеҙ...”
Был мәсьәләлә иң мөһиме – ҡаты күңеллелек һәм миһырбанһыҙлыҡ күрһәтмәү. Беҙ бындай хәлдәргә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ, – тине БР Башлығы.
Әлбиттә, һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү эше лә дауам итәсәк.
Радий Хәбиров хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү буйынса даими эшләүсе төркөм ойошторорға ҡушты.
Объекттар ҙа һаҡланырға тейеш
Радий Хәбиров БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына, йылылыҡ һәм энергия менән тәьмин итеү объекттарын өҫтәп, һаҡланыусы объекттар исемлеген киңәйтеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Шулай уҡ БР Башлығы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда республика Хөкүмәтенә предприятиеларҙың уңышлы эшләгән хеҙмәт коллективтарына генерал Шайморатов орденын тапшырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙе йөкмәтте.
"МХО – тылдағы мәсьәләләрҙе хәл итмәҫкә һылтау түгел..."
– 2025 йыл еңел булманы. Бюджет дифициты тирәләй ауырлыҡтар булды. Әммә беҙ социаль сығымдарҙы тулыһынса тәьмин итәбеҙ, алдан ҡабул ителгән ҡарарҙар һәм пландарға ярашлы, мөһим йүнәлештәргә булышлыҡ итәбеҙ. Был йәһәттән беҙгә шул мөһим: кешенең тормош кимәлен күтәреү, иҡтисадтың эшен һөҙөмтәле итеү, әһәмиәтле инфраструктура объекттарҙын төҙөү. Бөгөн иҡтисадтағы фронт – еңеү өсөн мөһим, – тине Радий Фәрит улы.
Мөрәжәғәтнамәлә тағы ла шуларҙы һөйләне:
– Беҙ ҙур һынауҙар осоронда йәшәйбеҙ. 2026 йыл да еңел булмаясаҡ. Бөтә яуаплы бурысты намыҫ менән хәл итербеҙ, сынығырбыҙ һәм тағы ла көслөрәк булырбыҙ. Геройҙарыбыҙ тиҙҙән иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтыр, тип ышанам.
Беҙ ҙә ышаныбыҙ!
– Терәк төбәктәрҙең береһенең Башлығы булараҡ, Башҡортостан Рәсәй менән бергә ошо ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үтһен өсөн бөтә көсөмдө һәм тәжрибәмде һаласаҡмын. Бының өсөн беҙ һеҙҙең менән артабан да ЕҢЕҮ ӨСӨН барыһын да эшләйәсәкбеҙ!” – тип тамамланы сығышын БР Башлығы.
Фото: Юлай КӘРИМОВ.